Был турала ҡала хакимиәтендә белдерелде. Ҡыйыҡтарҙы таҙартыуға альпинистарҙың 90 бригадаһы йәлеп ителгән. Таҙартыу ваҡытында халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар булыуы мөмкин, тротуарҙар махсус таҫмалар менән кәртәләп алына, тейешле билдәләр ҡуйыла. “Әгәр һеҙҙең автомобиль өҫтөнә ҡыйыҡтан боҙбармаҡтар төшһә, полиция йә участковыйға шылтыратырға кәрәк” - тип белдерҙе даими эксперт Хәлим Әйүпов.







