Авария һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһы водителе үлемесле яраланған, уның пассажиры дауаханаға һалынған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, автобус салонында 8 кеше булған.
Улар зыян күрмәгән. Фажиғә урынында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.





