Юлсыларҙың уңайлығы өсөн. Туймазы районынан эш сәфәренән ҡайтышлай Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһы янында юл буйы сервисын үҫтереү программаһының үтәлеше менән яҡындан танышты.
Бер йыл самаһы ғына эшләүгә ҡарамаҫтан, оҙон юлға йөрөгән водителдәр был кафены үҙ итеп тә өлгөргән. Тәмле ашаталар, машинаны ҡарарға, ял итергә лә урын бар.
М-5 федераль трассаһындағы кафела юлсыларҙың хеҙмәтләндереү кимәле менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҡындан танышты. Комплекстың төп клиенттары оҙон юлға йөрөүсе водителдәр. Шуға ла барыһы ла уларҙың ихтЫяждарынан сығып эшләнгән. Тәгәрмәс монтажлау, алмаш өлөштәр магазины бар.
Юл буйы сервисын үҫтереү программаһы буйынса Өфө эргәһендә 2 аҙна элек кенә беренсе кафе асылған. Ул модулдәрҙән ҡоролған. Объект берҙәм стилдә биҙәлгән.
Юл буйы кафелары селтәрендәге тәүге объект Әлегә тәжрибә проекты форматында эшләй. Хеҙмәткәрҙәр дөйөм туҡланыу урынының уңайлы яҡтары һәм етешһеҙлектәрен теркәп бара.Сираттағы кафе уларҙы иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш.
Юл буйы кафеһының менюһы ла төрлө зауыҡҡа тура килерлек итеп төҙөлгән. Европа һәм милли аш-һыу төрҙәре тәҡдим ителә. 15 кешегә иҫәпләнгән зал көнөнә кәмендә 100-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Кафела мөмкинлектәре сикләнгән юлсылар өсөн уңайлыҡтар, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе лә бар. Эске һым тышҡы биҙәкләүҙе иҫәпкә алып модулдең хаҡы 6 миллион һумға барып баҫа.
Башҡортостан Хөкүмәтендә күрелгән саралар емешен бирә. Юл буйы сервисын үҫтереү менән эшҡыуарҙар өсөн дә ҡыҙыҡлы йүнәлешкә әйләнә бара. Әле республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында 64 инвесторҙан 8 миллиард һумлыҡ ғариза ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин





