Былтыр «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда ике йөҙгә яҡын кеше тегенсе һөнәрен үҙләштереп, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылған тегеү фабрикаһына эшкә урынлашҡан.
Әлегә Ишембайҙағы предприятиела кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләһе киҫкен. Тағы ла ярты меңдән ашыу хеҙмәткәр талап ителә. Эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн тиҙәйтелгән программа буйынса курс әҙерләнгән, практика һәм стажировка фабрикала үтә. Уҡытыу һәм эш процессы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Декабрь аҙағында «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылған тегеү фабрикаһында эш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. 192 кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Ишембайҙа йәшәүселәрҙән тыш, күрше район-ҡала вәкилдәре лә ҡыҙыҡлы тәҡдимде ҡулынан ысҡындырмаҫҡа була. Салауаттан Регина Заһиҙуллина бухгалтер һөнәрен тегенсегә алмаштырырға ҡарар иткән. Документ эше ялҡытыуын билдәләй, бала саҡтағы хыялды тормошҡа ашырырға ваҡыт.
«Аркада» компанияһы фабрикаһында тимер юлы, нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өсөн эш кейемдәре тегелә. Йылына 220 мең изделие етештереү планлаштырылған. Әлегә сигнал жилеттарға ҙур заказ үтәлә. Яңыраҡ ҡына махсус курс үтеп, теген машинаһы артына ултырған гүзәл заттар билдәләнгән планды теүәл үтәргә тырыша. Был һөнәргә улар үҙ теләктәре менән килгән.
Теген цехында эшсе ҡулдарға ихтыяж юғары. Сменаға бүленеп эшләүҙе иҫәпкә алғанда тағы ла алты йөҙгә яҡын хеҙмәткәр талап ителә. Киҫкен мәсьәләне йыл аҙағына хәл итеү планлаштырылған. Бер тапҡыр ҙа ҡулланыуҙа булмаған заманса техника үҙ оҫталарын көтә.
Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылған яңы производствоға кадрҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. «Теген ҡорамалы операторы» йүнәлеше буйынса бушлай уҡыуҙар ойошторолған.
Теген машинаһына епте дөрөҫ итеп ҡуйыуҙан башлап йөй, төйөндәр яһау, туҡыманы эшкәртеүгә тиклем белемде камиллаштыраһың. Ике айға иҫәпләнгән 256 сәғәтлек уҡыу программаһы төҙөлгән. Былтыр курс тыңлаусыларына практика, стажировка үтер өсөн Учалы тегеү фабрикаһына йөрөргә тура килһә, хәҙер Ишембайҙағы предприятие стеналарында уҡ яңы һөнәр үҙләштереүгә барлыҡ шарттар булдырылған.
Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәгендә предприятие вакансиялары һәм уҡыу урындары буйынса сираттағы йәрминкә үтте. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Ауырғазы, Әлшәй, Ғафури, Стәрлебаш райондарынан эш эҙләүсе граждандар саҡырылды. Улар компания, ведомство етәкселегенән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Предприятиела граждандар рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыла, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, тулы социаль пакет ҡаралған. Карьера буйынса үҫеш мөмкинлеге лә бар. Ситтән йөрөп эшләүселәр ятаҡта йәшәй ала, ул туҡһан урынға иҫәпләнгән.
Гөлназ Хәйбуллина





