Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты Данил Саҙрыев Ҡышҡы олимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы. Юғары ҡаҙанышы менән спортсыны Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡотлаған.
Данил Саҙрыев саңғыла трамплиндан һикереү буйынса Рәсәй командаһы составында сығыш яһаны. Татарстанда тыуған 18 йәшлек егет Ирма Махиня, Ирина Аввакумова һәм Евгений Климов менән пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Спорттың был төрөндә ватандаштарыбыҙ һуңғы тапҡыр 1968 йылда уңыш ҡаҙанған булған. Ул ваҡытта Владимир Белоусов алтын миҙал яулаған.
Ниһайәт, 54 йылдан һуң Рәсәй спортсылары Олимпия уйындары миҙалы менән бүләкләнде. «Данилды ысын күңелдән ҡолайым! Яңы еңеүҙәр, бөтмәҫ-төкөнмәҫ энергия, ныҡлы сәләмәтлек теләйем» – тигән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. Әлеге көндә Данил Саҙрыев «Физик культура» бүлегенең беренсе курсында белем ала.




