Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы КОВИД-19 вирусын дауалау сертификатына төҙәтмәләр индерҙе. Уны организмда ауырыуға ҡаршы көрәшеүгә һәләтле есемдәрҙең булыуын дәллилләүсе тест һөҙөмтәләре тулыландырҙы.
Үҙгәреш 21 февралдән ғәмәлгә инә. Сертификат ярты йылға иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта алты айҙан һуң антиесемдәр булған хәлдә лә ку ар кодты ҡабаттан яңыртыу мөмкинлеге ҡаралмаған тип билдәләйҙәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Рафиҡ Әхмәтшин




