«Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында туҡтатылған төҙөлөш Тәфтиш комитеты күҙәтеүенә алынды

7 йыл элек  өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандар осрағы буйынса өҫтәмә тикшереү көтөлә. Асыҡланыуынса, «Башстройкомплект» компанияһы эшмәкәрлегенән 376 кеше зыян күргән. Фатир хужалары төҙөлөштө «Оникс» ойошмаһына тапшырыуҙы һорап, оҙаҡ йылдарға һуҙылған мәсьәләнең хәл ителеүен көтә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандар инде етенсе йыл көткән йорттары алдында йыйылып мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында фатир һатып алыусы 376 кеше төҙөлөш өсөн яуаплы яңы ойошманың алмаштырылыуын теләй. «Башстройкомплект» компанияһы банкрот тип табылһа ла, яңы ойошмаға юл ҡуймаҫ өсөн ҡаршылыҡтар осрап тора.

Өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандарға дөйөм алғанда  738 млн һум зыян килгән. Яңы төҙөлөш ойошмаһын эҙләү буйынса  конкурс ойошторолғандан һуң проблемалы объект «Оникс» компанияһы тапшырыла. Ойошма етәкселеге төҙөлөп бөтмәгән объекттың өҫкө ҡаттағы фатирҙарҙы һатып һәм үҙенең финанстарын йәлеп итеп торлаҡты сафҡа индерергә ниәтләй.

«Оникс» компанияһы алдында  ҡаршылыҡтар ҡуймауҙы һорап  фатир хужалары Рәсәй тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкинға мөрәжәғәт итте. Улар оҙаҡ йылдар ыҙалатҡан төҙөлөштө күҙәтеүгә алыуҙы һәм элекке идарасы компания етәкселеген яуаплыҡҡа тарттырыуҙы һораны.

Суд ҡарары буйынса «Башҡортостан сәскәләре» комплексы төҙөлөшө Оникс компанияһына йөкмәтелә. Объекттың элекке хужалары һәм кредит ойошмалары суд ҡарары менән ризалашмайынса апелляцияға бирҙе, шуға ла әлегә комплекста эштәрҙе башлау мөмкин түгел. Март аҙағында суд ултырышы үткәс, яҙға төҙөлөш эштәре башланыр тип көтәбеҙ.

«Башҡортостан сәскәләре» комплексында  төҙөлә башлаған йорттар мәсьәләһен ике йыл эсендә хәл итеү маҡсаты ҡуйылған, әммә башланғыстарҙы тикшереүҙәр, суд ултырыштары тотҡарлай. Фатир асҡыстарын көтөп арыған граждандар  был мәсьәләгә нөктә ҡуйылып 2023 йылға йортло булырбыҙ тип  өмөтләнә.

Фото №1 - «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында туҡтатылған төҙөлөш Тәфтиш комитеты күҙәтеүенә алынды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ