Ул 19-сы быуат сауҙагәре Кабановтың йортонда асыла.
Әлеге ваҡытта ғилми хеҙмәткәрҙәр проекттың концепцияһын әҙерләү менән мәшғүл. Яңы музей «Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулыҡ экспозицияһының бер өлөшө буласаҡ. Унда башҡорт атының барлыҡҡа килеүе, яуҙарҙа ҡатнашыуы, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән уның тулы шәжәрәһе урын аласаҡ.
Шулай уҡ 19 февралдә Иҫке Сибай ауылында атты менгегә өйрәтеүселәр араһында бәйге уҙа. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала республика төбәктәренән, хатта Таулы Алтай һәм Ҡырғыҙстандан да ҡатнашырға теләк белдергәндәр. «Был бәйге башҡорт һыбайлыларының ҡаһарманлығын данлау ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы менән дан тотҡан башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам билдәһе», – ти конкурсты ойоштороусылар.
Илдар Байбулатов




