Бөгөн Өфөлә һынау рәүешендә электробус йөрөй башланы

Ул ике ай дауамында 2-се троллейбус маршруты буйынса хәрәкәт итә. Аккумуляторын зарядкаға ҡуйыу өсөн Коммунистик урамында махсус станция урынлаштырылған. Экологик яҡтан таҙа техника сменаһына тиҫтәгә яҡын рейс башҡарыр тип көтөлә. Оҙаҡ йылдар Өфөлә троллейбус водителе булып эшләгән  Мөнирә Ғәйетҡолова бөгөн тәүге тапҡыр яңы транспортҡа ултырған. “Электробус менән идара итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Шундай уҡ руль, газ һәм туҡтатыу педалдәре. Әммә, троллейбустан айырмалы, хәҙер ҡаршылыҡтарҙы урап үтергә мөмкин”, -ти водитель.

Бөгөн Өфөлә һынау рәүешендә электробус йөрөй башланы

Электробус 100-гә яҡын пассажирға иҫәпләнгән. Салонда видеокүҙәтеү камералары, телефонды зарядкаға ҡуйыу ҡоролмалары бар. “Салон түбән иҙәнле. "Алға" картаһы менән юл хаҡы арзаныраҡ тора”, ти кондуктор Гүзәл Мөбәрәкова.

Бөгөн Өфөлә һынау рәүешендә электробус йөрөй башланы

Өфөлә тәүге электробус барлыҡҡа килеүе тураһында былтыр "Урал транспорты" форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдергәйне.  Ике айлыҡ тест-драйв тамамланғас, эксперт комиссияһы яңы транспортҡа баһа бирә. Бөтә сығымдар иҫәпләнә, халыҡ фекере өйрәнелә. Унан һуң, электробустарҙы күпләп һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә һынау рәүешендә электробус йөрөй башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ