Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ашығыс ярҙам хеҙмәте табиптарына БЕРҘӘМ өҫтәмә түләүҙәр индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был төнгө ваҡытта һәм тулы булмаған бригадала эшләү шарттарына ҡағыла. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина өлкәһендә эш биреүселәр ассоциацияһы һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән үҙгәрештәр.
Тармаҡ килешеүенә индерелергә тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу былтыр ноябрь-декабрь айҙарында уҙған бер нисә түңәрәк өҫтәл барышында ҡаралғайны. Әле республиканың 10 медицина округының бишәүһендә генә тулы булмаған бригадала эшләү өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, ул кәмендә 25 процент тәшкил итә.
Түләүҙең күләме лә төрлө дауаханала төрлөсә. Һөҙөмтәлә ашығыс медицина өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




