Тура эфирҙа ойошторолған брифинг барышында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлыҡтары белгестәре, «Газпром – Межрегионгаз» ойошмаһы вәкиле граждандарҙы ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап бирҙе.
2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин «Газпром» башланғысы һөҙөмтәһендә йорт участкаһына тиклем бушлай газ үткәреү тураһында ҡарарҙы раҫлағайны. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, ауылға газ үткәреү дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла, йортта газ йыһаздарын ҡуйыу өсөн граждандар үҙҙәре түләй.
Участкаға тиклем газ торбаларын бушлай үткәреү өсөн, кәрәкле документтар туплап, «Газпром» компанияһы сайты, «Дәүләт хеҙмәте» порталы йәки күп функциялы үҙәк аша ғариза бирергә кәрәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан 22 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина




