Бындай сифатлы һәм үтемле һөт Йәрмәкәй районы Семен-Маҡар ауылындағы мега-фермала һауыла. Республиканың иң ҙур комплексында аҙыҡ рационын һайлау, малдарҙы ветеринар күҙәтеү, һөт етештереү процессын БЮТ каналының ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Был комплекстағы малдарға тәүлегенә 90 тоннаға яҡын мал аҙығы талап ителә. Хеҙмәткәрҙәр ҙә һөттөң сифаты һәм күләме малдың теленә бәйле икәнен яҡшы аңлай. Шуға ла рационға етди иғтибар бүленә. Йәйҙән ҙур ямдарға һалынған кукуруз күҫәндәре тупаҫ аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Күҫәндәрҙе ваҡлауҙа Германиянан ҡайтарылған ҡеүәтле техника ҡулланыла.
Компплекста бөтәһе 5300 баш голдштейн тоҡомло мал аҫрала. Уларҙың 2300 һауын һыйырҙары. Һәр һыйырҙан утыҙ литр ярым һөт һауып алына.
Каруселде хеҙмәтләндергән һауынсы-операторҙарҙан айырым тилберлек талап ителә. Малдарҙы һауын урынына инергә өйрәтеүгә генә дүрт көн ваҡыт талап ителгән. Хәҙер малҡайҙар һәр береһе үҙ урындарына билдәле ваҡытта инергә ғәҙәтләнгән.
72 урынлыҡ карусель 20 сәғәт буйына эшләй. Уны биш оператор хеҙмәтләндерә. Һауын һәр һигеҙ сәғәт һайын өс мәртәбә башҡарыла. Бында тәүлегенә 70 тонна һөт һауыла.
Комплекста малдарҙың һаулығын күҙәтеүҙә дериком программаһы ҡулланыла. Был программа ветеринарҙарҙы том-том журнал тултырыуҙан ҡотҡара, ҡағыҙ эшен кәметә. Һыйыр малының һаулығын ныҡлы контролдә тотоуға булышлыҡ итә. Был үҙ сиратында европа стандарттарына яуап биргән һөт етештереү мөмкинлеген бирә.
Республиканың иң ҙур мега-фермаһы етәкселеге киләсәк үҫеш өсөн аныҡ маҡсаттар билдәләгән. Бында йәйҙең икенсе өлөшөнән тәүлегенә һикһән тонна һөт етештереү, сифатлы мал аҙығы һаҡлауға һәм етештереүгә өҫтәмә биналар төҙөү, һауын һыйырҙары башын 2700 еткереп, тоҡомсолоҡ фермаһы статусына тиклем үҫеү күҙаллана. Башҡортостанда ошондай уҡ тағы ла өс мега-ферма төҙөү ҡаралған.
Гүзәл Борханова




