Башҡортостанға килеүсе туристар һаны арта. «СберАналитика» сервисы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала 3 миллион ярымға яҡын турист булып киткән.
Был алдағы 2020 йыл менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк. Туристарҙың республика биләмәләрендә сығымдары 13 миллиард һум тәшкил иткән. 200 меңгә яҡын турист республикала балалары менән бергә ял иткән. Республиканың туризм мөмкинлектәре айырыуса күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы, шулай уҡ Мәскәү һәм Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүселәрҙе йәлеп итә.
Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин белдереүенсә, тармаҡҡа эшҡыуарлыҡ даирәләре вәкилдәренең күпләп килеүе лә ыңғай күренеш. Улар яңы туристик пакеттар, маршруттар һәм сувенирҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Әле республика әүҙем рәүештә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына инергә әҙерләнә. Уның сиктәрендә төбәктәргә туризм инфраструктураһын үҫтереүгә субсидиялар бүленәсәк.
Гөлдәриә Йосопова




