Иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлына арналған “Февраль. Буран” спектакле күрһәтелә.
12 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үтә. Өфөнөң Мосолмандар зыяратында шағирҙың ҡәберенә сәскә һалыу ҡаралған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уның әҫәрҙәренең күргәҙмәһе асыла.




