«Агростартап» нигеҙендә. Был программа эшләй башлағандан алып, 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килгән. Дәүләт ярҙамын крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Айрат Миңлеәхмәтов та алған. Йәрмәкәй районында ул ярма һәм көрпә етештереү линияһын асҡан. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Бойҙай бункерға бушатыла. Был этапта иген эре сүптәрҙән айырыла, таш һәм башҡа сит-ят орлоҡтарҙан таҙартыла. Контейнер автоматлаштырылған режимда эшләй. Бында бөгөн бойҙайҙан ике төрлө ярма: Полтава һәм Артек етештерелә.
Арпа, перловка, манный... Миңлеәхмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалығында һигеҙ төрлө ярма етештерелә. Сеймалды үҙҙәре лә үҫтерә, башҡа фермерҙарҙан да һатып алалар. Борсаҡты ҡап уртаға тигеҙ итеп ярыу өсөн махсус ҡоролмалары ла бар. Ышаныслы техника йәй айҙарында ғына ремонтҡа туҡтатыла, ти, белгестәр.
Цехты асыуға крәҫтиән-фермер хужалығы «Агорстартап» программаһы буйынса 3 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған.Улар етештергән көрпәләргә бөтә Рәсәй буйынса ихтыяж ҙур. Киләсәктә көрпәләрҙе 900 граммлап та һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр.
Был цехта етештерелгән 8 төрлө продукция Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө һәм Ырымбурға оҙатыла. Цех табышлы һәм ҡалдыҡтарһыҙ эшләй. Ҡалдыҡтарҙан мал һәм ҡош-ҡортҡа ҡатнаш аҙыҡ етештерелә.
Мал аҙығын етештереү линияһы Түбәнге Новгродтан алып ҡайтып ҡоролған. Уның хаҡы 300 мең һумдан ашыу. Был ҡоролма ярҙамында туғыҙ төрлө рецепт буйынса мал аҙығы әҙерләп була.
2022 йылдан Башҡортостанда «Агорстартап» программаһына ярашлы ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарҙар 125 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүленәсәк. Дәүләт ярҙамын алырға теләүселәргә документтар туплай башларға ла була. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында конкурсҡа документтар март башынан ҡабул ителә башлай.
Гүзәл Борханова




