Һуңғы ваҡытта, фонд биржаларында аҡса эшләргә теләп алданыусылар арта. Хәүефһеҙлек белгестәре был күренеште, интернет мутлашыуҙың яңы төрө тип тә баһалап өлгөрҙө. Глобаль селтәрҙе ҡулланыусыларҙың финанс наҙанлығынан файҙаланып, ялған брокерҙар кешеләрҙең аҡсаһын урлай. Хыялдағы миллиондарға ышанып, кеҫәһендәге һуңғы тиненән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан замандашыбыҙ менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә осрашты.
Декрет ялындағы Анна ханым, иренә ипотека иғәнәләрен түләшеү ниәте менән интернет селтәрендә үҙенә табышлы шөғөл эҙләй. Төрлө форумдар һәм сайттарҙа мәғлүмәт ҡалдыра. Күп тә үтмәй ҡатынға үҙен фонд биржаһы аналитигы тип таныштырған ир шылтырата. Ханымды ҡыҙыҡһындырған тәҡдим яһай.
Әммә эш отчет төҙөү менән генә сикләнмәй, финанс аналитик Аннаны мөмкинлектәрен фонд биржаһында һынап ҡарарға өгөтләй башлай. Ханым микрофинанс ойошмаларынан кредит юллап, 500 мең һум самаһы башланғыс капиталды биржаға индерә. Тиҙ арала байыу хыялы менән янғанда, фонд биржаһындағы аҡсалары ла юҡҡа сыға.
Анна Рогожинаға финанс даръяһында йүнәлеш билдәләргә ярҙам иткән ойошма Новосибирск ҡалаһында урынлашҡан. Интернеттағы асыулы яҙмаларҙан күренеүенсә, ялған брокерҙар кәкре ҡайынға терәткән кешеләр аҙ түгел.
Адвокат Искәндәр Фәхретдинов фекеренсә, тәртип һаҡлау органдары был осраҡтарҙы мотлаҡ рәүештә иғтибарға алырға тейеш.
Һанлы технологиялар һәм интернет үҫешкән һайын, глобаль селтәрҙә аҡса эшләү мөмкинлектәре лә барлыҡҡа килде. Заман шауҡымы менән мутлашыусылар ҙа оҫта файҙалана. Шуға ла белгестәр төрлө шикле программаларҙа ҡатнашмаҫҡа саҡыра.
Ялған брокерҙарҙан зыян күргән Анна Рогожина иһә әлегә прокуратураға мөрәжәғәт әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта аҡсаларын ҡайтарыуға өмөт юҡ тиерлек. Фонд биржаһында ул бит үҙ ихтыяры менән сауҙа иткән, ә бизнеста уңышһыҙлыҡтар аҙым һайын.
Рафиҡ Әхмәтшин




