Башҡортостанда ил ҡунаҡханалары өсөн косметика тауарҙары етештереләсәк

Проект Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Урындағы эшҡыуар туриндустрия өсөн тапочка, халат, таҫтамал һәм һабын етештереүгә 140 миллион һум аҡса бүлергә теләк белдергән.

Тағы ла бер проект 4 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн ял һәм уҡытыу үҙәге төҙөлөшөнә бәйле. Был учреждениела өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеү пландары бар. Балаларға дизайн, нәфис һәм эстетик тәрбиә, психология үҫеше буйынса дәрестәр ойоштороу ҡарала. Унда 1300 бала шөғөлләнә аласаҡ. Проекттың хаҡы яҡынса бер миллиард һум.

Инвестиция сәғәтендә ҡатнашыусылар шулай уҡ бәләкәй  һәм төпкөл ауылдарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу проектын да хупланы. Уны «Башинформсвязь» компанияһы тәҡдим итте. Инвесторҙың инженер инфраструктураны булдырыуға киткән сығымдарын субсидиялау тураһында килешелде.

Иглин районында иһә урындағы фермер роботлаштырылған ферма төҙөлөшөнә 250 миллион һум аҡса һалған. Кәңәшмә барышында ҡоролмалар һәм мал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мәсьәләһе хәл ителде. Бынан тыш предприятиеның артабанғы үҫешен тәьмин итеү өсөн  ташламалы кредит юллауға ярҙам күрһәтеләсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда ил ҡунаҡханалары өсөн косметика тауарҙары етештереләсәк

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ