Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 3 меңгә яҡын кеше коронавирус йоҡторған

Пандемия башланған көндән дөйөм күрһәткес 155 меңгә ыңғайлай. Стационарҙарҙа әле 322 пациент дауалана, уларҙың 31-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына тоташтырылыусылар юҡ. Һуңғы тәүлектә шулай уҡ 3 меңгә яҡын кеше һауыҡҡан, мәкерле сирҙән 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дөйөм үлем күрһәткесе әкренләп 5 меңгә яҡынлай.

2 миллион 255 меңдән ашыу кеше  вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 90 проценты. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусыларҙың исемлеге яҡынса 11 меңгә тулыланған. Башҡортостанға барлығы 3 миллион доза самаһы коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 3 меңгә яҡын кеше коронавирус йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ