Хәйбулла районы Маҡан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Бина барлыҡ санитар талаптарға тура килә, заманса медицина ҡорамалдары, мебель менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар кабинеттары бар. Утыҙ йылға яҡын һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән фельдшер Гөлшат Яҙыҡбаева билдәләүенсә, яңы фаптың сафҡа индерелеүе – көтөп алынған ваҡиға. Сөнки быға тиклем уңайһыҙ шарттарҙа эшләргә тура килгән.

Быға тиклем һыуһыҙ интектек. Иҫке бинала һыуыҡ, ҡараңғы була торғайны. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға шатбыҙ. Кабинеттарҙа йылы,яҡты. Эшләргә, халыҡты дауаларға барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Гөлшат Яҙыҡбаева, фельдшер

Хәйбулла районында беренсел медицина ярҙамын нығытыуға иғтибар юғары. Быйыл ошондай уҡ заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын Аҡназар, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Мәмбәт ауылдарында ла төҙөү ҡаралған.

Фото №1 - Хәйбулла районы Маҡан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ