«Омикрон»дың йәшерен хәүефе асыҡланған

Америка ғалимдары вирус менән алты аҙнанан һуң ҡабаттан зарарланыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Йәғни, коронавируслы инфекцияны үткәргән кешеләр 45 көн үткәс йәнә сирҙең «омикрон»штамын йоҡторорға мөмкин.

COVID-19 менән ауырыусыларҙың иммунитеты ғәҙәттә өс ай ҡаҡшамаҫ, тип һаналһа, омикрон-штамм барлыҡҡа килеү менән был ваҡыт ҡыҫҡарҙы. Йоғошло сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып вакцина ҡала.

Фото №1 - «Омикрон»дың йәшерен хәүефе асыҡланған

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ