Өфөнөң Наталья Ковшова урамы, 10-сы йортта йәшәүселәр ҡуртымға трактор алған

Хеҙмәтләндереүсе торлаҡ-коммуналь хужалығы ихатаны ҡарҙан таҙарта алмағас улар 10 меңгә техника яллай. Урындағы халыҡ белдереүенсә, ойошма хеҙмәткәрҙәре ихатаны һуңғы тапҡыр ике аҙна элек таҙартып үткән.

Диспетчерға шылтыратыу ҙа фәтеүә бирмәгән. Һөҙөмтәлә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр аҡса йыйып, сайт аша трактор таба. Ике сәғәт эсендә машиналар туҡталҡаһы, йәйәүлеләр юлы таҙартыла.

Фото №1 - Өфөнөң Наталья Ковшова урамы, 10-сы йортта йәшәүселәр ҡуртымға трактор алған

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ