Башҡортостанда халыҡҡа сусҡа аҫырау тыйылмай

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ит етештереүселәр берлеге тәҡдимен кире ҡаҡты. Йәмәғәтселек вәкилдәре африка тағуны таралыуын сикләү маҡсатында шәхси хужалыҡтарға сусҡа аҫырауҙы тыйыу башланғысы менән сыҡҡайны.

Парламент рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, ауыл халҡының 40 проценты сусҡа тота. Шуға тыйыу дөрөҫ түгел. Киреһенсә, малсылыҡтың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡҡа сусҡа аҫырау тыйылмай

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ