Хәйбулла районында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы бара

Хәйбулла районында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы бара

Ошо уңайҙан Рәсәй армияһы, авиацияһы һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө саралар әҙерләгән. Яңыраҡ курсанттар автоматты һүтеп-йыйыу, төҙ атыу, ГТО нормаларын тапшырыу буйынса ярышты.

Шулай уҡ бында йәш быуынды парашюттан һикерергә, самолет, автомобиль менән идара итергә өйрәтәләр. Теоретик һәм практик дәрестәр уҙғарыуға уңайлы шарттар булдырылған. Инструктор Мәүлит Ишемғолов билдәләүенсә, айырыуса водителдәр курсын үтергә теләүселәр күп.

Фото №1 - Хәйбулла районында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы бара

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ