Баш ҡалала ҡарҙы насар таҙартҡан райондар аталды

“Ҡарлы Өфө” сервисы мәғлүмәттәре буйынса, иң күп ялыуҙар Октябрь районында йәшәүселәрҙән ҡабул ителгән. Икенсе һәм өсөнсө урында Совет һәм Киров райондары. Унда ла ҡар сығарылмаған биләмәләр байтаҡ. Ленин һәм Дим районынан мөрәжәғәт итеүселәр әҙ булған. Халыҡ коммуналь хужалыҡтарҙы көтөп арыған. Мәҫәлән, бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр шәхси трактор яллап, ихатаһын ҡарҙан таҙарта. Улар был турала социаль селтәрҙә хәбәр ҡалдырған.

Фото №1 - Баш ҡалала ҡарҙы насар таҙартҡан райондар аталды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ