“Агротех” ойошмаһына эшмәкәрлеге Республика Хөкүмәтендә “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаралды. Былтыр ферма үҙгәртеп ҡоролған һәм ике автоматлаштырылған комплекс һатып алынған. Бының өсөн 206 миллион һум тотонолған. Ултырышта фермерға ҡаҙна иҫәбенә сығымдарының бер өлөшөн ҡапларға килешелде. Хужалыҡ етәксеһе Камил Нафиҡов әйтеүенсә, роботлаштырылған система һауымды арттырырға мөмкинлек бирә.




