Бөгөн халыҡ шағирының тыуыуына - 90 йыл. "Беҙҙә башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә. Рәми Ғәрипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Рудаки, Ғамзатов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Быйыл БСТ каналы Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә Рәми Ғариповтың юбилейы уңайынан видеояҙмалар әҙерләне" тип яҙа Радий Хәбиров. Билдәле актер Константин Хабенский Рәми Ғәриповтың шиғырын русса уҡыны.







