Бөгөн уның тыуыуына - 90 йыл. Халыҡ шағирының исемен йөрөткән 1-се башҡорт гимназия интернатында Рәми Ғариповты иҫкә алыу сараһы үтте. Гимназияны төрлө йылдарҙы тамамлаусылар уның шиғырҙарын һөйләне. Республика Башлығы исеменән Башҡортостан хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны.
Бөгөн Өфөлә Мосолмандар зыяратында Рәми Ғариповтың ҡәберенә сәскәләр һалынды. Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала яҙыусының ижадына арналған күргәҙмә һәм әҙәби кисә ойошторолдо. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.
Рәми Ғәриповты тыуған яғы, Салауат районы Арҡауыл ауылында ла иҫкә алдылар.







