Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә америка яҙыусыһы һәм журналисы Андреа Питцер менән осрашты. Ул Арктиканы өйрәнеүсе Рәсәй кешеләре тураһында китап яҙа. Осрашыу Валериан Альбанов исемендәгә ҡотопсылар музейында үтте. Республика Башлығы яҙыусыны сәләмләне, музейҙы булдырыу тарихы тураһында һөйләне. Был учреждение уҙған йылда асылды. Музейҙа 6 меңдән ашыу кеше булған. Быйыл яҡташыбыҙ, Арктиканы өйрәнеүсе Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға бәйле юбилей саралары була.







