Башҡортостанды асыҡ һауалағы этнография музейы менән сағыштырырға мөмкин

Республикала 100 ашыу милләт йәшәү. Уларҙың барыһы ла мәҙәниәте, теле йола һәм ғәрәф ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалған. Башҡортостан башлығы был турала Өфөнөң Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында, америка яҙыусыһы һәм журналисы Андреа Питцер менән осрашыуҙа билдәләне. Әле ул Рәсәйҙең Арктика өйрәнеүселәре тураһында китап өҫтөндә эшләй.

Осрашыуҙа Башҡортостан башлығы йәш быуыуынды шанлы тарих һәм  илебеҙҙең күренекле шәхестәре миҫалында тәрбиләүҙең әһәмиәтенә лә туҡталды

Радий Хәбиров шулай уҡ америка яҙыусыһын 2024 йылда Өфө ҡалаһы юбилейы уңайынан ойошторолған байрам сараларына ла саҡырҙы. Башҡортостанда тотош донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе бар.

Унда таш дәүерҙән ҡалған ҡая рәсемдәре һаҡланған. Өфөнөң юбилейына шулай уҡ Евразия китапханаһы төҙөлә, бихисап спорт объекттары, "Евразия" фәнни-мәғариф үҙәгенең студент кампусы һалына, парк һәм скверҙар яңыртыла тип белдерҙе республика башлығы.

Фото №1 - Башҡортостанды асыҡ һауалағы этнография музейы менән сағыштырырға мөмкин

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ