Бөгөн халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл. «Беҙҙә башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Рудаки, Ғамзатов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте.
Быйыл Башҡортостан юлдаш телеканалы Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә Рәми Ғариповтың юбилейы уңайынан видеояҙмалар әҙерләне» тип яҙа Радий Хәбиров. Быға тиклем Рәми Ғарипов әҫәрҙәре рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемәләнһә, телевизион проект ярҙамында улар ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт һәм мари телдәрендә яңғыраны. Планда «Туған тел» шиғырын донъя халыҡтары телдәренә ауҙарыу.
Тәржемәселәр өсөн гранттар булдырҙыҡ, Рәми ижадын һөйөүселәр уны үҙ телендә мәңгеләштерә ала. Ҡайҙа йәшәүҙәре һис кенә лә мөһим түгел. Яҙмаһына Радий Хәбиров Рәсәйҙә танылған шәхестәрҙең Рәми Ғариповтың рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙарынан видеояҙмалар беркеткән.




