Башҡортостанда коронавирус таралыуын дауам итә

Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡтороусылар һаны 3 мең 200-ҙө ашып китте. Пандемия башланған көндән ковид 157 меңдән ашыу осраҡтан раҫланған. Стационарҙарҙа әле 338 пациент дауалана, уларҙың 29-ы ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына эләгеүселәр юҡ.

Һуңғы тәүлектә 2 мең ярым самаһы замандашыбыҙ һауыҡҡан, ковидттан 19 яңы үлем осрағы теркәлгән, ҡорбандарҙың дөйөм һаны әкренләп 5 меңгә яҡынлай.

 2 миллион 260 меңдән ашыу кеше вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған, был коллектив иммунитет булдырыу өсөн привика ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 91 проценты. Бер тәүлек эсендә вакциналаныусыларҙың исемлеге яҡынса 11 меңгә тулыланған. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус таралыуын дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ