Әле Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Бөрө, Дыуан, Белорет һәм Сибай ҡалаларында 7 район-ара ашығыс ярҙам бүлектәре уңышлы эшләп килә. Ишембай ашығыс ярҙам хеҙмәтен дә Стәрлетамаҡ станцияһына ҡушыу ҡарала. Берләштереү ашығыс ярҙам талап ителгән ауыр пациенттарға тиҙерәк һәм сифатлыраҡ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Әлегә тиклем табиптар тик үҙ муниципаль берәмектәре менән генә сикләнеп килде.
Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа һәм хеҙмәткәрҙәрге хафаланырға урын юҡ. Барлыҡ медицина персоналы һәм ашығыс ярҙам машиналары урынында ҡала. Логистика камиллаша. Диспечерҙар шылтыратыуҙарҙы тиҙерәк ҡабул итәсәк, бригадалар пациент янына шәберәк барып етәсәк.
Үҙгәрештәр табиптарҙың мәнфәғәтендә. Улар яңы махсус кейем менән тәьмин ителә, автопарк яңыра. Карьера баҫҡысында үрләү, тимәк хеҙмәт хаҡын күтәреү мөмкинлеге булдырыла. Медицина округтарына берләшәү Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә һыналған аҙым. Башҡортостанда ул 2019 йылдан дауам итә һәм һөҙөмтәлелеген күрһәтеп өлгөрҙө.
Рафиҡ Әхмәтшин




