Бөгөн иртән Өфөгә Урал базаһында эшләнгән шнекротор килтерелде

Үҙ һөрә, үҙе тейәй, елгәрә. Ҡеүәте буйынса ул ике беларус тракторын алмаштыра. Сөнки двигателе лә икәү. Ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуға яңы техника сыға. Урал базаһында эшләнгән шнекротор бөгөн иртән генә заводтан килтерелде. Ҡалаҡ аш мәлендә ҡәҙерле, тигәндәй, махсус техника бөгөндән үк ҡар сығарыу эшенә йәлеп ителде. Уларҙың тәүге мотосәғәттәрен БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

Руслан бындай ҡеүәтле техника руле артында тәүге тапҡыр. Быға тиклем ул ошондай уҡ аҫылмалы ҡоролма менән йыһызландырылған камазда йөрөгән. Ләкин Урал базаһында эшләнгән шнекороторҙың өҫтөнлөктәре тәүге метрҙарҙан уҡ һиҙелә, ти ул. Ни тиһәң дә  ике двигателдең аттары ла күберәк.

Тап ике двигатель булыуы менән дә Урал базаһында эшләнгән шнекоротор үҙенсәлекле. Ҡар ырғытыу ҡоролмаһын әйләндереү өсөн капот аҫтындағыһының көсө сарыф ителмәй. Аҫылмалы ҡоролманы Уралдың арт яғында урынлаштырылған айырым двигатель эшкә егә. Был иһә автомобилдең тиҙлегенә ҡарамайынса ҡарҙы йыраҡҡа ташлау мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй был шнекоротор утыҙ метрға тиклем ҡар өйөрмәһе ойоштора ала.

Әгәр башҡа техника ҡарҙы ситкә этәп юл һыҙаттарын кәметһә, яңыһы инде трассаһына тулыһынса таҙарта ала. Әммә ошоға тиклем бындай ҡеүәтле техника миллионлы ҡалала ни бары икәү генә ине. Улары ла бер көн эшләһә , ике тәүлек ремонтта тора. Республика башлығының ҡушыуы менән хәл ҡырҡа үҙгәрҙе.

Яңы ҡар таҙартыу техникаһы баш ҡала райондарына тараталды. Улар бөгөндән үк Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға йәлеп ителде. Бер нисә көндән Урал автомашинаһы базаһында яһалған тағы ла 5 шнекоротор киләсәк. 

Фото №1 - Бөгөн иртән Өфөгә Урал базаһында эшләнгән шнекротор килтерелде

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ