Өфөлә ҡар сығарыуға шәхси техника ла йәлеп ителә

Баш ҡаланың коммуналь хужалығы үҙ көсө менән генә юлдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрмәү сәбәпле махсус техникаһы булған башҡа ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт иткән.

Быға тиклем Өфө урамдарына көн дә ике йөҙгә яҡын техника сыҡһа, һуңғы көндәрҙә уларҙың һаны дүрт йөҙ берәмектән ашҡан. Алдан төҙөлгән килешеү нигеҙендә был эшкә тарктор, самосвалы булған һәр кем ҡушыла ала, тине республиканың коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Бынан тыш, ведомство ихаталарҙа ҡар сығарыу эшен контролдә тотоу өсөн махсус хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп иткән. Улар ҡар таҙартыу эшен тейешенсә башҡармаған идарасы компанияларҙы асыҡлап теркәп бара. Һуңғыларына инде был осраҡта өс йөҙ мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

Фото №1 - Өфөлә ҡар сығарыуға шәхси техника ла йәлеп ителә

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ