Өфө районында «Оҙон ғүмерлелек юлы» проекты ғәмәлгә ашырыла

Ул йәйге осорҙа йәйәү һәм велосипед маршруттарын, ҡышҡы миҙгелдә саңғыла йөрөүҙе үҙ эсенә ала. Бының өсөн былтыр августа Таптыҡ, Нижегородка һәм Жуков ауылдары араһында махсус участка булдырылған. 

Тәбиғәттең күркәм урындары буйлап һалынған трассала бөгөн тәүге спорт ярыштары үтте. Ауыл биләмәләре спартакиадаһы иҫәбенә ойошторолған саңғы уҙыштарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.

Шәмбе иртәһендә йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты. Жуков ауылы эргәһендә ойошторолған ярышҡа Өфө районының сәләмәт тормошто үҙ итеүселәре йыйылды. Ҡыҙыл Яр ауылынан Ғүмәровтар бындай сараларҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Пенсия йәшендә булһалар ҙа улар үҙҙәренең булмышын спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.  

Быйылғы ярыштар «Оҙон ғүмерлелек юлы» проекты сиктәрендә һалынған саңғы трассаһында үтте. Ауылдарҙы бәйләүсе маршрут урындағы етәкселек башланғысы менән былтырҙан алып ғәмәлгә ашырыла. Проектың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу. Бының өсөн саңғы трассаһынан тыш, йәйге миҙгел өсөн йәйәү һәм велосипед маршруттары барлыҡҡа килгән.

Махсус техниканы һатып алыу өсөн район бюджетынан 2 миллион ярым һумға яҡын аҡса бүленгән. Әлбиттә, яңы ратрак ҙур сығымдар талап итә, шуға ла урындағы етәкселек ҡулланышта булған тракторға өҫтөнлөк биргән. Әммә иҫке техника менән дә сифатлы саңғы юлы әҙерләргә мөмкин. Бындай трассала күрһәткестәр ҙә юғары, ти тәжрибәле спортсылар.  

Ярышҡа райондың барлыҡ ауыл биләмәләре лә әүҙем ҡушылды. Улар араһында билдәле спортсылар ҙа, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа күп булды. 

Халыҡтың күпләп саңғыға баҫыуында Рәсәй спортсыларының олимпия уйндарындағы уңыштары ла ыңғай булышлыҡ итә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, эстафеталағы һуңғы еңеүҙән һуң ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла спорт был төрөнә ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артыр тип көтөлә. 

Фото №1 - Өфө районында «Оҙон ғүмерлелек юлы» проекты ғәмәлгә ашырыла

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ