Өфө ҡалаһы Нуғай ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, Таһир Байышев урамында йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү яҡлы. Инициатив төркөм ағзалары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Тюбинг-сана булғанда тауҙан шыуып төшөү - кескәйҙәр өсөн үҙе бер ҡыуаныс. Ҡышҡыһын саф һауала күңел асыу өсөн мөмкинлектәр күберәк. Ә бына ҡар иреү менән ихата алдында ҡола ялан ғына. Өфө ҡалаһының Нуғай ауылы Таһир Байышев урамында йәшәүселәр балалар майҙансығына ихтыяж юғары булыуын билдәләй. Хәмит Исламовтың ғына бында дүрт ейәне йәшәй, уларҙың өсәүһе игеҙәк.
Нуғай ауылында йәшәүселәр биләмәлә балалар майҙансығын ойоштороуҙо бер һүҙҙән хуплап сыҡҡан. Ошо маҡсатта «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыу ҡарары ҡабул ителгән. Сираттағы осрашыуҙа инициатив төркөм билдәләнде. Халыҡтан проект буйынса тәҡдимдәр, ҡултамғалар алынды. Шулай уҡ кескәйҙәр ҙә һүрәттәре аша үҙ теләктәрен белдерергә ашыҡты.
Былтыр Өфө ҡалаһы Октябрь районында республика программаһы буйынса утыҙ биш проект тормошҡа ашырылған. Быйыл конкурста ҡатнашыуға заявкалар тағы ла күберәк, иллегә еткән. Хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, Нуғай, Жилин, Зилин ауылдары халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтә.
Әлегә Нуғай ауылының Таһир Байышев урамында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға конкурс документацияһын әҙерләй. Еңеүгә ышаныстары ҙур. Бағыусылар табылған, урындағы хакимиәт тә халыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, республика кимәлендә уңышлы тип танылған проекттар исемлеге апрель аҙағында ғына билдәле буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина,







