Хәҙер уның "квадрат"ы 72 мең һумдан арта. Был сумма торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн субсидиялар билдәләгәндә иҫәпкә алына. Әлегәсә уртаса хаҡ һәр муниципалитет өсөн айырым билдәләнә ине, хәҙер барыһы өсөн берҙәм хаҡ ҡуйылды. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Уҙған йылда Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 11 мең кеше федераль һәм республика ҡаҙналарынан 2 миллиард 400 миллион һумлыҡ ярҙам алған.







