Төрөмбәттәр тәбиғәтте һөйөп йәшәй. Ауырғазы районындағы ауыл халҡы балыҡтарҙы тонсоғоуҙан һаҡлап ҡалыу маҡсатында Өршәк йылғаһында мәкеләр уйған. Бындай сара балалар өсөн айырыусы фәһемле, мауыҡтырғыс, ти Төрөмбәт ауыл биләмәһе башлығы Юлай Ҡотлоюлов.







