Белорет районы Мәтә йылғаһында быйыл республикала тәүгә шәре сығыуы күҙәтелгән

Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был хәлдең йорт ихаталарын һыу баҫыуға килтереүе ихтимал.

Ошоға бәйле муниципалитет тарафынан йылғала боҙ бысыу ойошторола башлаған. Хакимиәт башлыҡтарына һыу баҫыуҙы иҫкәртеү өсөн йылға боҙон бысыу һәм ҡарайтыу буйынса эште алдан ойошторорға ҡушылған.  

Фото №1 - Белорет районы Мәтә йылғаһында быйыл республикала тәүгә шәре сығыуы күҙәтелгән

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ