Республикала янғын осраҡтары арта

Республикала янғындар арта. Быйыл ғына 592 ут сығыу осрағы теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, февралдә генә янғында 29 кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика район-ҡалаларында даими рейдттар уҙа. Баймаҡ районында үткән ошондай сара хаҡында киләһе яҙмала.

Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Сәфәрғәлиндар ғаиләһе өсөн Яңы йылдың тәүге айы күңелһеҙ башлана. Уларҙың йортона ҡыҙыл әтәс ҡуна. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү оло ҡазаға килтерә яҙа. Янғын һүндереүселәрҙең ваҡытында килеп етеүе йортто ҡотҡарып алып ҡала. Ошо көндәрҙә ололар йортона янғынды иҫкәртеүсе махсус ҡоролма ҡуйылды.

“Торлаҡ 2022” операцияһы сиктәрендә, Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге белгестәре ауылдар буйлап рейдтар ойоштороуҙо дауам итә. Районда йыл башынан ғына Иҫке Сибай ауылында ике янғын теркәлде. Шуға ла халыҡҡа тағы ла бер тапҡыр хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртелде, йорттарҙа талаптарҙың үтәлеше тикшерелде. 

Ҡышҡы осорҙа ут сығыу хәүефе ҙур, сөнки күп осраҡта янғындарҙың сәбәбе булып мейес менән дөрөҫ файҙаланмау, йылытыу ҡоролмаларын ҡулланыу тора. 

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай. Һәр кеше үҙ торлағына һәм мөлкәтенә яуаплылыҡ менән ҡарап, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Йортоғоҙҙо автономлы ҡоролма менән йыһазланлдырыу ҙа оло бәләнән аралар.

Фото №1 - Республикала янғын осраҡтары арта

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ