Башҡортостанда көндәлек коронавирус йәнә антирекорд ҡуя

Һуңғы тәүлектә хәүефле сир 3 мең 789 осраҡта раҫланды. Ауырыуҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 165 меңгә яҡынлай. Стационарҙарҙа әле 327 пациент, уларҙың 23-ө ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына эләгеүселәр юҡ.

Өй шарттарында 23 мең ярым самаһы кеше дауалана, һуңғы тәүлектә 700-ҙән ашыу кеше һауыҡҡан. 16 үлем осрағы теркәлгән. Коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны 5 меңгә яҡынлай.

Табиптар коронавирустан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле юлы вакцина ҡаҙатыу булыуын иҫкәртә. Уҙған ял көндәрендә прививкалау пункттарына ни бары мең ярым самаһы замандашыбыҙ мөрәжәғәт иткән.

Вакциналауҙы 2 миллион 265 мең тирәһе кеше тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн привика ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 91 проценты. Башҡортостнға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда көндәлек коронавирус йәнә антирекорд ҡуя
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ