Быйыл яҙ Нефтекамала 1225 урынлыҡ мәктәп сафҡа инеп, уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк

Дүрт ҡатлы белем усағы төҙөлөшө «Мәғариф» милли проекты һәм республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә алып барылды. Объектты күтәреүгә ярты миллиард һум аҡса бүленгәйне.

Әлегә биләмәлә төҙөлөш эштәре тамамланған, уҡытыу эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия алырға ҡалған, педагогик коллектив туплана. Кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр класта интерактив таҡта, проектор бар. Парта һәм ултырғыстарҙың бейеклеген көйләп була. Биш йөҙ урынлыҡ тамаша залы ойошторолған. Шулай уҡ мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Белем усағында инженер-техник һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәргә баҫым яһала. Уҡыусылар математика, физика, химия һәм биологияны тәрән өйрәнәсәк. Ошо маҡсатта кабинеттарға тейешле ҡорамалдар һатып алынды.

Роман Ғәниев, Нефтекама ҡалаһының 17-cе мәктәбе директоры

Нефтекаманың яңы микрорайонында төҙөлгән белем усағы яҡын тирәләге мәктәптәрҙе бушатып, ике смена уҡытыуҙан баш тартыу мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ ул ҡала буйынса иң ҙур мәғариф учреждениеһы буласаҡ.

Фото №1 - Быйыл яҙ Нефтекамала 1225 урынлыҡ мәктәп сафҡа инеп, уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ