Грант хаҡы 757 йөҙ мең һум. 492 йөҙ мең һумы Рәсәй Президенты гранттары фондынан түләнһә, ҡалған сумманы эшҡыуарҙар йүнәлтә. Проект Башҡортостан мосомандары Диниә назараты менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Күләмле проект сиктәрендә республика имамдарын 10 зонаға туплап, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарына өйрәтеү, 10 практик дәрес үткәреү планлаштырыла. Тәүге ярҙам күрһәтеү алымдары тренажер макеттарҙа үтәлә.
Шулай уҡ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүгә киңәйтелгән препараттар һәм ҡорамалдар менән тулыландырылған Гало аптечкаһын ҡулланыу алымдарын үҙләштереү ҙә күҙаллана. Мәктәптә дин әһелдәренән тыш, әүҙем йәштәр, ирекмәндәр ҙә белем аласаҡ.




