Республика менән идара итеү үҙәгендә машина хужаларын ошо хаҡта иҫкәртәләр. Һуңғы ваҡытта халыҡтан сүп-сарҙы ваҡытында сығармау буйынса мөрәжәғәттәр күбәйгән. Ҡалдыҡтарҙы алып китеү өсөн көрәлмәгән ҡар ғына түгел, ә шәхси автомобилдәр ҙә ҡамасаулай. Республика Хөкүмәтенең департамент етәксеһе Светлана Белова һөйләй.







