Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала бер тәүлек эсендә 3 мең 954 кешелә “ковид” раҫланған. Күптәр сирҙе еңел үткәрә, өйҙә дауалана, ти табиптар. Бөгөнгә ундайҙарҙың һаны 26 меңгә яҡынлашып килә. Стационарҙа 336 сирле ята, уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. 32 кеше вауыр хәлдә. Бер тәүлек эсендә 19 үлем осрағы теркәлгән. Башҡортостанда прививка алырға тейешлеләрҙең 92 процентҡа яҡыны вакцина яһатҡан. Препараттың беренсе компонентын 2 миллион ярым самаһы кеше эшләткән. 340 меңдән ашыу кеше ҡабаттан прививка ҡаҙатҡан. Республикала 170 урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа иммунизация үтергә була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122. Ошо минуттарҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн брифинг башланып тора. Уны ведомствоның YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә ҡарарға була.




