4 ҡатлы белем усағы 1 мең 225 урынға иҫәпләнгән. Объектты күтәреү өсөн ярты миллиард һум аҡса бүленгән. Биләмәлә төҙөлөш тамамланған. Бөгөн педагогтар коллективы туплана. Уҡытыу эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия юллана. 17-се ҡала мәктәбе директоры Роман Ғәниев белдереүенсә, кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр класта интерактив таҡта, проектор бар. Парта һәм ултырғыстарҙың бейеклеген көйләргә мөмкин. Биш йөҙ урынлыҡ тамаша залы булдырылған. Мәктәптә мөмкинлеге сикле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Объект Нефтекаманың яңы биҫтәһендә төҙөлә. Ул башҡа белем усаҡтарындағы көсөргәнешлекте кәметергә мөмкинлек бирә. Балалар бер сменала белем ала, ти уҡытыусы Ләйсән Ниғмәтуллина.
Яңы мәктәп ҡалалағы иң ҙур мәғариф учреждениеларының береһе була. Ул "Мәғариф" милли проекты һәм республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә төҙөлә.







