Францияла БЮТ телеканалының элекке режиссеры Айгөл Вәлитова мәрхүм булған

Францияла йәшәүсе Башҡортостан телевидениеһының элекке режиссеры, хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Вәлитованың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

Айгөл Вәлитова Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитовтың ҡыҙы ине. Төрлө йылдарҙа ул Башҡортостан телевидениеһының художество программалары редакцияһында режиссер ярҙамсыһы һәм режиссер булып эшләне. Ул шулай уҡ Башҡортостанда иртәнге телевидениены ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә. Сағыу музыкаль клиптары һәм ҡыҙыҡлы рубрикалары менән ул «Сәләм» программаһының ижади концепцияһын билдәләү һәм йөкмәткеһен байытыуға күп көс һалды. Быйыл сентябрҙә Айгөл Заһир ҡыҙына 55 йәш тулған булыр ине. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, хеҙмәттәшебеҙ коронавирус эҙемтәләренән вафат булған.

Айгөл Вәлитова һуңғы 20 йылда йәшәгән Францияла ерләнәсәк. Уның бер ҡыҙы ҡалған. Талантлы режиссер һәм хеҙмәттәшебеҙ тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Фото №1 - Францияла БЮТ телеканалының элекке режиссеры Айгөл Вәлитова мәрхүм булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ