Шулай ҙа 90 мең гектарҙан ашыуы насар хәлдә булыуы асыҡланған. Быны Ауыл хужалығы үҙәге белгестәренең тикшереү һөҙөмтәләре раҫлаған. Бөгөн ошондай анализдар бөтә райондарҙа үткәрелә. Дәүләкән районы Суйынсы ауылы эргәһендәге баҫыуға 100 гектар ужым культураһы сәселгән. Йыл һайын "Ғабдрахманов" крәҫтиән-фермер хужалығы ерҙәре арыш һәм бойҙайға бүленә. Быйылғы ҡыш ҡарлы булды. Ҡайһы бер урында ҡар ҡатламы 55 сантиметра етә. Ошондай шарттарҙа ужымға хәүеф янамай, ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Дәүләкән район-ара бүлеге етәксеһе Рәмил Күскилдин.
Баҫыуҙарҙан алынған өлгөләр лабораторияла тикшерелә. Ужым культуралары тәүҙә ике аҙна үҫтерелә, һуңынан анализ яһала. Ентекле тикшереүҙәрҙән һуң, агротехник саралар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға һәм көҙ мул уңыш алырға мөмкин, ти лаборант Людмила Ғәйнетдинова.
Дәүләкән хужалыҡтарында 18 мең гектар самаһы ужым культураһы сәселгән. Тәүге анализдар һөҙөмтәһенә ҡарағанда, улар яҡшы ҡышлаған. Әммә ҡайһы бер баҫыуҙарҙы яңынан сәсергә тура килеүе ихтимал. Был бигерәк тә ужым арышына ҡағыла, ти белгестәр.







