Камилә Вәлиева күрһәткән һөҙөмтәләр ваҡытлыса иҫәпкә алына

Рәсәй спортсыһы, фигуралы шыуыу оҫтаһы Камилә Вәлиеваның Олимпиадала күрһәткән һөҙөмтәләре "ваҡытлыса" итеп билдәләнә. Был турала Халыҡ-ара Олимпия комитетынан хәбәр иттеләр. Допинг ҡулланыу буйынса тикшереү тамамланғансы команда һәм шәхси ярыштар һөҙөмтәләре өсөн ошондай ҡарар ғәмәлдә була. Камила Вәлиеваның декабрь айында биргән анализында тыйылған матдә табылды. Спорт арбитраж суды унан һуңғы анализдарҙың һәм Камиләнең йәшен иҫәпкә алып артабанғы ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт итте. Олимпия комитеты иһә Рәсәй спортсыһы миҙал отһа, награда тапшырыу сараһы булмаясағы тураһында белдерҙе. 

Фото №1 - Камилә Вәлиева күрһәткән һөҙөмтәләр  ваҡытлыса иҫәпкә алына
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ