Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 210 йыл тула. Ошо уңайҙан республикала байтаҡ саралар планлаштырылған. Уларҙың бер өлөшөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғара. Йәмәғәт ойошмаһы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, Башҡортостан Мәскәүҙә үткән “Спас башняһы” хәрби-музыка фестивалендә ҡатнашырға ниәтләй.
“Спас башняһы” фестивалендә Рәсәй һәм сит ил хәрби оркестрҙары, фольклор коллективтары ҡатнаша. Быйыл ул 26 августа башлана. Сараны Ҡыҙыл майҙанда уҙғарыу тураһындағы документҡа ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.







